+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2020, 13:33

Алтынайҙан йыр көтәбеҙ

Бөрйән районы Байназар ауылы егете Алтынай Вәлитов маладис: Өфө сәхнәһен дә яуланы. Әйткәндәй, уның исеменә һаман да бәйләнәләр икән дә.

– Мин тыуғанда Алтынай исеме бик булмаған. Әсәйемдәргә ул малайҙар исеме кеүек яңғыраған. Ғөмүмән, башҡорт ир-егеттәр исеме тартынҡы хәрефтәргә бөтә бит. Шуға Алтынай ҙа ир-егеттәр исеме, тип ҡушҡандар. Һуңынан, 97-се йылдар тирәһендә «Сәңгелдәк»тә Алтынай Ибраһимова тигән ҡыҙыҡайҙы күрһәтә башланылар. Һәм Алтынай ҡыҙҙар исеме булып таралып китте. Төркиәлә йәшәнем, унда, мәҫәлән, Алтынай – ир егет исеме, – ти егет.
Белгегеҙ килһә, Алтынайҙың атаһының исеме – Үлмәҫбай, ҡустыһыныҡы – Аҡъегет, һеңлеһенеке – Аҡйондоҙ. Бик һирәк осрай торған исемдәр, шулай бит?
Ә бит брейк-дансты бала сағында Алтынай үҙаллы өйрәнә. Төрлө трюктарҙы видеоға ҡарап эшләй. Ҡустыһы Аҡъегет менән бергәләп көн дә шөғөлләнәләр. Атай-әсәйҙәре эштә саҡта көнө буйы өйҙә музыка аҡыра, йығылып тәндәрен һыҙырып, күгәртеп бөтәләр. Аҙаҡ урамда шөғөлләнә башлайҙар.

– Был шөғөлөмдө атайым да, синыфташтар ҙа етди ҡабул итмәне. Юҡ менән булаһың, өлкәнәйергә ваҡыт, тиҙәр ине. Яйлап оҫтарып, төрлө трюктарҙы видеоға төшөрөп, интернетҡа һала башланыҡ. Ә «Дан минуты» район конкурсында Гран-при алыуыбыҙ тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Беҙгә белгән трюктарҙан бейеү һалырға тәҡдим иттеләр. Яйлап сәхнәлә сығыш яһай башланыҡ. Ә 2013 йылда Рәсәй телеканалында барған «Ҙур бейеүҙәр» телепроектының кастингында ҡатнашырға батырсылыҡ иттем һәм үттем. Проектта өс ай буйы шөғөлләнеү, танылған артистар менән эшләү тәжрибәне арттырҙы, үҫтерҙе, – тип һөйләй Алтынай.
Бөгөн был егет йырҙары менән дә танылыу алды. Республика төбәктәрендә уның сығышын яратып ҡарайҙар.
– 23 февралгә ир-егеттәргә арнап «Батыр» тигән йыр яҙғайның. 8 мартҡа гүзәл заттарға ла бүләк әҙерләйһеңме әллә? – тип һорайбыҙ.
– Эйе, ҡатын-ҡыҙҙарға ла 8 мартҡа йырҙы өлгөртөргә тырышып йөрөйбөҙ, – ти Алтынай. Шулай итеп, унан яҙҙың иң матур байрамына ла яңы йыр көтәбеҙ!
Читайте нас: