+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2020, 14:16

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан республика­быҙҙың төрлө белем усаҡтарында уҡыусы шәп ҡыҙҙар менән таныштырып китергә булдыҡ. Улар тиҫтерҙәренә һәр яҡлап та өлгө, башҡаларҙан әүҙемлектәре менән айырылып тора.


– Әсәйемә оҡшарға теләйем. Уның бәлештәре бик тәмле килеп сыға. Тырыш, уңған да үҙе, – ти Ирина Зиязова.

Ул әсәһе аш-һыу әҙерләгән саҡта гел эргәһендә булышып, төрлө ризыҡтар ҙа бешерергә өйрәнгән.

Ирина – Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәптән. Һигеҙенсе синыфта уҡыусы ҡыҙ гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Иң яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрөү. Әле һынлы сәнғәт мәктәбендә лә белем ала.

– Бик тыйнаҡ, тәрбиәле ҡыҙ. Башҡорт телен яратып өйрәнә. Белем усағында үткәрелгән бөтә сараларҙа ла ҡатнашырға тырыша. Яңыраҡ үҙ районыбыҙҙың юбилейына арналған иншалар конкурсында еңеү яуланы, – тип маҡтай үҙен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Ризванова.


Йыр-моң яратыусы ғаиләнән. Атаһы гармунда оҫта уйнай. Ҡыҙ үҙе дүрт йәшенән йырлай, бейей башлаған. Сәхнәлә «Бөҙрә сәсле малай» йырын яратып башҡара.

– Һәр яҡлап тырыш, алдын­ғы уҡыусы ул. Шиғыр, йыр, бейеү конкурстарында ҡатнашып тора, бер ҙә һынатмай. Район кимәлендә үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә еңеүсе булды. Математика, урыҫ теле, тарихтан олимпиадаларҙа ла призлы урындар ала. Былтыр республика Башлығы Шыршыһында ҡатнашыу бәхете тейҙе, – ти уның хаҡында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева.

Гөлминаз Хафизова – Белорет районы Шығай мәктәбенән. Бишенсе синыфта уҡый. Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле бейеүсе Риф Ғәбитов кеүек оҫта бейеүсе булғыһы килә, республикала үткәрелгән гүзәллек бәйгеһендә лә ҡатнашырға ниәтләп йөрөй.

– 8 Март байрамында әсәйем менән икәүләп итле, картуфлы һый әҙерләргә яратабыҙ. Ул аш-һыуға ныҡ оҫта, – ти Алтынай Йәмғорова.

Ҡыҙ Ейәнсура районының Иҫән­ғолдағы башҡорт интернат-гимназияһында VII синыфта уҡый. Инша яҙырға, тасуири итеп шиғыр һөйләргә ярата. Район ғына түгел, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә призлы урындар яулап тора. «Аҫылташ» театр түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнә.

РӘМЗИЛӘ

– Нәфис һүҙгә, тасуири итеп шиғыр һөйләүгә оҫта. Гитарала уйнай, шиғырҙар яҙа. Белем усағында бер саранан да ситтән ҡалғаны юҡ, бигерәк әүҙем. Ибрай мәктәбе уҡыусыларының үҙидаралыҡ ағзаһы ла булып тора. Ниндәйҙер осрашыуҙар, кисәләр уҙған саҡта ҡатнашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп ултыра, – ти X синыф уҡыусыһы Рәмзилә Ҡолғарина хаҡында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Аҡбутина.

Ейәнсура ҡыҙының район, республика кимәлендә конкурстарҙа ҡатнашып алған диплом, Почёт грамоталары һанап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, Яҙыусылар союзы, «Шоңҡар» журналы ойошторған талантлы шағир Рәйес Түләк ижадына арналған видеояҙмалар бәйгеһендә еңеү яулап ҡыуанған. Районда үткәрелгән «Нәфис һүҙ»ҙә «Классик әҫәр­ҙе башҡарыу» номинация­һында III урынға лайыҡ булған.

Афарин, ҡыҙҙар-йондоҙҙар!


Читайте нас: