+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март 2020, 19:30

«Халыҡҡа уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырырға кәрәк»

Республика Башлығы Радий Хәбировты шифаханаларға юлламаларҙың ҡиммәт булыуы борсой. Был турала ул Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

– Етди мәсьәләләрҙең береһе – юлламаларҙың саманан тыш ҡиммәт булыуы. Шифахана дауаланыуына мохтаждарҙың күбеһе юллама һатып ала алмай. Беҙгә ошо йәһәттән халыҡҡа уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырырға кәрәк, – тине ул.
Ошо уңайҙан шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эшсе төркөм дә булдырылды. Уны Ринат Бәширов етәкләйәсәк.
Читайте нас: