Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Март 2020, 14:48

Мәктәптә уҡыусы иҙән йыуырға тейешме?

Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Юғиһә, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр, балаларҙан иҙән йыуҙырталар, синыф бүлмәһен йыйыштырталар, тип зарлана.

Әлеге һорауға Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов журналистар менән осрашыуында:
– Бер яҡтан, саманан тыш арттырып ебәрергә ярамай. Икенсе яҡтан, мәктәптең сығарылыш синыф уҡыусыһы иҙән йыуырға ла, ашарға бешерергә лә, кер йыуырға ла белергә тейеш. Сөнки тормош күп яҡлы. Мәҫәлән, Сингапур, Англия, Францияның иң алдынғы мәктәптәрендә балаларҙың хеҙмәтен ҡулланыу мәжбүри программаға индерелгән. Улар Макдоналдста тир түгә йә иһә Африкала ирекмән булып эшләй, – тип яуап бирҙе.
Читайте нас: