+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Май 2020, 18:28

Актёр менән ҡыҙыҡлы дәрес

Бөгөн уйламағанда бала сағыма, мәктәп йылдарына ҡайтып килгәндәй булдым.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенең V синыф уҡыусылары уҡытыусылары – Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы менән туған тел дәресендә Рәми Ғариповтың “Кеше” шиғырын өйрәнә ине. Дистанцион дәрестәрҙең шуныһы ҡыҙыҡ икән: һәр уҡыусы һинең күҙ алдында. Уларҙың шул тиклем ҡыҙыһыныусан ҡараштарын тотоп, оялып та ҡуйҙым – бөтәһе лә минең күҙемә ҡарап ултыралар һымаҡ ине. Шулай булмай ҙа – дәрескә Өфөнән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының йәш актеры Морат Рафиҡов килгәйне. Уҡыусылар уның берәй һүҙен төшөрөп ҡалдырмайыҡ, йә ишетмәй ҡалмайыҡ, тип ошо иғтибарын мониторға төбәгәндер.

Актёр уҡыусыларҙы дөрөҫ итеп шиғыр уҡыу серҙәренә өйрәтте. Дикция өсөн күнекмәләр эшләтте, тиҙәйткестәр ятлатты. Артабан Рәми Ғариповтың “Кеше” шиғырының мәғәнәһе хаҡында бер аҙ һөйләшкәс, актёр уны дөрөҫ интонация менән уҡып ишеттерҙе. Балалар менән бергәләшеп ниндәй һүҙҙәргә нығыраҡ баҫым яһарға кәрәклеген асыҡланылар. Һәр уҡыусы шиғырҙың мәғәнәһен асып уҡып күрһәтте. Яңылышҡан урындарҙа Морат ағайҙары төҙәтмәләр индерҙе. Матур дәрес күңелле йыр менән тамамланды. Һәр уҡыусының ҡыҙыҡһыныусан ҡарашында оло бәхет осҡондары яныуын шәйләнем. Сөнки бындай дәрескә шаһит булыуым менән үҙем дә бик ҡәнәғәт инем.
Читайте нас: