+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2020, 15:10

Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәребеҙ!

Быйыл республикабыҙ мәктәптәрендә ун беренсе синыфты – 19 мең, туғыҙынсыны 41 мең 169 уҡыусы тамамлай. Шуныһы үкенесле, улар өсөн бөгөн һуңғы ҡыңғырау онлайн рәүештә генә сыңлай.

Беҙҙең Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбендә быйыл XI синыфты – ике (Гөлназ Әҡбәрова менән Ильяс Ғирфанов), IX синыфты алты уҡыусы тамамлай. Әлеге сығарылыш уҡыусылары шаян, шуҡ, шул уҡ ваҡытта ауыр эштәрҙе лә еңел генә башҡарып сыға алыуҙары, ҡыҙҙары – инсафлы һәм тыйнаҡ, ә егеттәре ут кеүек булыуҙары менән айырылып тора.

Ун беренселәр уҡыуҙа ла, спортта ла, олимпиадаларҙа ла һынатманы. Ильяс былтыр район буйынса биш көн дауамында барған хәрби ялан йыйыны һынауҙарын уңышлы үтеп, башҡаларҙы уҙып, мәктәбебеҙҙән бер үҙе булыуға ҡарамаҫтан, III урын алып ҡайтты. Гөлназ ГТО нормаларын тапшырып, алтын билдәгә лайыҡ булды. Ул йыл һайын башҡорт теленән район кимәлендәге олимпиадала призлы урын алып, беҙҙе шатландырып торҙо. Был сығарылыш уҡыусыларыбыҙ икеһе лә мәктәптә үткән бөтә сараларҙың алып барыусылары булды, тиһәк тә арттырыу түгел. «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү буйынса район бәйгеһендә төп ролдәрҙе лә улар башҡарып, һәр ваҡыт призлы урындар алды.

Туғыҙынсы синыфтар ҙа өлгөлө тәртибе, яҡшы уҡыуы, мәктәптә һәм синыфта ойошторолған барлыҡ эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашыуы менән ихтирам яуланы.

Хөрмәтле сығарылыш синыф уҡыусылары! Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, аяҙ булһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, районыбыҙға кәрәкле белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа, ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Аҡ юл һеҙгә!


Миләүшә ӘСФӘНДИЙӘРОВА.
Миәкә районы.

Читайте нас: