Быйыл баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын 41 ҡыҙ һәм егет тамамлай.
– Ун беренселәр әүҙемлектәре, ҡыйыулыҡтары менән айырылып торҙо. Улар араһында һәләтле уҡыусылар ҙа бик күп. XI «А» синыфынан Әминә Шафиҡова, Әминә Хөсәйенова технологиянан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы, Гөлнәзирә Буранҡаева бишенсе синыфтан башлап башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Руслан Әминев, Илхан Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәтенән фәнни-ғәмәли конференция еңеүселәре, Айгиз Хәсәнов «Урал батыр» эпосын яттан башҡарыусылар бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәне.
Үҙемдең XI «Б» синыфым да ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, бер ваҡытта ла һынатманы, ышаныслы таяныстарым булды. Тәртип, өлгәш яғынан да өлгө күрһәттеләр. Мәктәп йылдарында һәр береһе алдына ҡуйған маҡсатына үҙ аллы ирешергә өйрәнде. Уҡыусыларымдың һынауҙарҙы йырып сығыуҙарына һис шикләнмәйем, уларҙың үҙ урынын табып, Тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып, лайыҡлы хеҙмәт итерҙәренә ышанам, – ти XI «Б» синыфының етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Фәрүәз ҡыҙы Мортазина.
Был синыфты 16 уҡыусы тамамлай. Бик һәләтле, тырыш, һәр яҡлап та әүҙем булған улар. Синыф етәкселәре һәр береһен маҡтап телгә алды. Беренсе синыфтан алып «бишле» билдәһенә генә өлгәшеп, өлгөлө өлгөргәнлек аттестатына дәғүә итеүселәр ҙә бар. Ундайҙар дүртәү булып сыҡты. Урал Бикбулатов бар яҡтан да өлгөрлөгө менән хайран ҡалдыра. КВН-дарҙа сығыш яһай, спорт менән бик дуҫ. Каратэ-киокушинкай буйынса ҡара билбау алырға йыйынып йөрөй. Синыф старостаһы – Руслан Рәхимов, уҡытыусыларҙың уң ҡулы ул. Гимназияның «Осҡон» балалар ойошмаһы ағзаһы ла. Заһир Илмөхәмәтов урыҫ телле мәктәптәр өсөн сыҡҡан интерактив башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы әңгәмәләре менән үҙен телһөйәр, илһөйәр уҡыусы итеп танытһа, Айһылыу Йәғәфәрова, ағаһы, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамазановҡа оҡшап, бик итәғәтле лә, уҡыуҙа ла шәп икән.
Ҡалған ун беренселәргә лә бер ҙә һүҙ тейҙерерлек түгел. Шәүрә Хәсәнованы күптәрегеҙ беләлер ҙә әле, гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе. Төрлө иншалар конкурстарында алдынғы урындар ҙа яулаған. Гөлдәр Ишморатова информатиканан һоҡландырһа, Золина Закирова шиғырҙар һөйләүгә оҫта, инглиз теленән олимпиада еңеүсеһе. Ғәлимә Ҡараҙбаева «Китап – белем шишмәһе» бәйгеһендә иң-иңе булып танылған, Фәйзи Ғәскәров балалар бейеү ансамблендә бейей. Әмилә Ғөбәйҙуллина «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында призлы урын алып ҡыуанған. Алһыу Әбелғужинаны тарихты яҡшы белеүсе булараҡ беләләр. Арыҫлан Үтәшев, Рәзилә Йосопова, Камилла Нурғәлина, Рөстәм Бикмөхәмәтов, Әнүәр Ибәтуллин, Азат Хәмзиндәр – синыфта һәм гимназия кимәлендә үткән һәр сараларҙың әүҙем ойоштороусылары.
Уҡыу йылдарында XI «Б» синыфы белем алып ҡына ҡалмаған, атай-әсәйҙәре, уҡытыусылары менән бергәләп күңелле сәйәхәт тә иткән. Красноусолдағы шифаханала ял итеү, Нарыҫтау, Ирәмәл тауҙарында булыу, Өфө музейҙары буйлап экскурсиялар, Ҡазан һәм Төркиәлә олимпиадаларҙа ҡатнашыу – барыһы ла онотолмаҫ хәтирәләр булып һаҡлана.
Ә киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйҙәр икән? Бер нисәүһе матур хыялдары менән дә бүлеште.
– Бәләкәй саҡтан төрлө илдәргә сәйәхәт итергә хыялланам. Ундағы тәбиғәт, кешеләрҙең йәшәү рәүеше, сит төбәктәрҙең тарихы, мәҙәниәте ҡыҙыҡһындыра. Инглиз теле – донъяла иң таралған телдәрҙең береһе, уны тәрәнерәк өйрәнә башланым.
Минең күңелем матурлыҡ донъяһына ла тартыла. Шуның өсөн хәҙерге заман дизайны, мода йүнәлеше буйынса уҡырға илһамланып йөрөйөм.
– Кәйефтәр һәйбәт. Университет осорон көтәм. Тәржемә буйынса уҡырға инергә уйлайым.
– Киләсәктә журналист булырға теләйем. Бәләкәй саҡтан ошо хыялымды тормошҡа ашырырға тырышам. Төрлө сараларҙа ҡатнашам. «Портрет», «Тау-тау хәбәр», «Бәхетнамә» тапшырыуҙарында төшкәнем бар, «Йәншишмә» гәзитендә лә әүҙем яҙыштым.
Барлыҡ матур уй-хыялдарығыҙ бойомға ашып, күп данлыҡлы шәхестәр тәрбиәләгән гимназияның данын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә яҙһын һеҙгә, ҡыҙҙар, егеттәр!