-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь 2020, 13:58

Каникулды ҡыуанып ҡаршылай

Йәйге каникулын матур ҡаршылай Әҙилә. Ул Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбендә бишенсе синыфты «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Етмәһә, «Йәншишмә»нең бүләген дә алғас, бигерәк ҡыуанды.

– Әҙилә – бик тырыш, яуаплы ҡыҙ, бөтә ҡушҡан эштәрҙе еренә еткереп үтәй. Синыфтары менән улар шундай әүҙем балалар, бер саранан да ситтә ҡалмай­ҙар, – тип маҡтай үҙен рәсем уҡытыусыһы Ләйсән Әмир ҡыҙы Таһирова.

Әҙиләләр Әбеш ауылында йәшәй, бүләктәрен алырға әсәһе Раушания Клеменко менән килгәйне.

– Китап уҡыу – Әҙиләнең иң яратҡан шөғөлө. Бер уҡый башлаһа, аҙағынаса еткермәйенсә туҡтамай. Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып тора. Өйҙә лә ярҙамсым ул минең, – ти әсәһе.

Маладис та инде Әҙилә! Йәйге ялыңды иҫтәлекле, матур итеп үткәрергә яҙһын һиңә!


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Миәкә районы.

Читайте нас: