Улар йәмәғәт урындарында алда үтәсәк һайлау тураһында һөйләй, Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр менән таныштыра, шулай уҡ үҙҙәренең Бөтә Рәсәй һәм төбәк акциялары хаҡында мәғлүмәт бирә. Өфөлә стендтар менән йыһазландырылған мәғлүмәт пункттары 10 урында урынлашҡан. Ирекмәндәр иртәнге 12-нән киске 8-гә тиклем эшләй. Уларҙың барыһы ла һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.