Бынан һуң Арыҫлан Мостай Кәрим тураһындағы документаль фильмда шағирҙың бала сағын һынландырҙы. Ә был йәйҙә һәләтле малай «Айназ» тигән ҡыҫҡа метражлы фильмда төштө. Никита Михалковтың Кино академияһын тамамлаусылар Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырған «Йәшенмәк» проектының тәүге өлөшө ул. Дүрт фильмдан торған киноальманахтың тәүгеһе Башҡортостандың Белорет районының Берештамаҡ ауылында төшөрөлдө, ҡалған өс фильм Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә эшләнәсәк. Киноальманахта бала саҡ, атайҙар һәм балалар, тәрбиә һәм үҫеш, кеше һәм донъя кеүек мәңгелек темалар күтәрелә.
Беҙҙең республикала төшөрөлгән фильмдың режиссёры – Динара Әбдрәшитова. Ауыл малайы Айназды Арыҫлан уйнаһа, уның атаһы ролендә – танылған актёр, каскадёр Роберт Йылҡыбаев.