+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2020, 12:49

Яңы ҙур проект – «Китап миҙгеле»

Нәшер итеүселәр, федераль һәм төбәк китап магазиндары, билдәле авторҙар «Китап миҙгеле» ҙур проектының башланыуы тураһында иғлан итә. Уның маҡсаты – Бөтә Рәсәй буйынса китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Проект сиктәрендә үткәрелгән тәүге акция «Китап магазинындағы әкиәт» тип атала, ул иң кескәй балаларға тәғәйенләнгән.

Акция сиктәрендә нәшер итеүселәр балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн иң уҡымлы китаптарҙы һайлап алған. Улар хаҡында авторҙар китап уҡыу­сыларға Яндекс.Эфир видеоплатформаһында һөйләйәсәк. Бөтә видеояҙмалар «Китап миҙгеле» махсус каналында туплан­ған. Уларҙы ҡулланыусылар теләгән ваҡытта ҡарай ала. 6-һынан 8 авгусҡа тиклем яҙыусылар, психологтар, педагогтар әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡыясаҡ, балаларға оҫталыҡ дәрестәре, атай-әсәйҙәргә лекциялар үткәрәсәк. Иң шәп балалар автор­ҙары исемлегенә Олег Рой, Анастасия Орлова, Эдуард Веркин, Наринэ Абгарян, Дмитрий Емец, Катя Матюшкина, Нина Дашевская, Андрей Усачев, Ирина Лукьянова һәм башҡалар ингән.

Акцияны ойоштороусылар – Рәсәйҙең китап союзы, Бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙең китап таратыусылар, Рәсәйҙең китап нәшер итеүселәр ассоциациялары һәм «Китап индустрияһы» журналы. Бындай федераль кимәлдәге тәүге ҙур сарала 1 меңдән ашыу китап магазины, 29 нәшриәт, Рәсәйҙең 200-ҙән ашыу ҡалаһында 30 танылған автор ҡатнаша.

– Беҙҙең төп китап уҡыусылар, әлбиттә, балалар, илебеҙ­ҙә китап һөйөүселәр һаны 33 миллионға яҡын. Был акция – балалар һәм улар­ҙың ата-әсәләре өсөн дә. Яңы уҡыу йылы алдынан китап магазиндары кәштәләрендә – ваҡыт тарафынан һыналған класси­ка һәм балалар өсөн яңы уҡыу, нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәт. Был китаптар уҡыусыларҙың йәйге ялын файҙалы үткәрергә ярҙам итер. Акцияның мөмкинлектәрен ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа юғары баһалар, төрлө йәштәге китап уҡыусылар ҡабат китап магазиндарына ылығыр, тип ышанабыҙ, – ти Рәсәйҙең китап союзы президенты Сергей Степашин.
Читайте нас: