-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2020, 11:45
«Бөйрәкәй» сәхнәгә сыға!
Артистарҙы Бәҙәр Йосопова исемендәге Актёрҙар йортоноң тамаша залына йыйып (театрҙа ремонт эштәре дауам ителеү сәбәпле), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссёры Айрат Әбүшахманов Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы менән таныштырҙы. 2006 йылда был әҫәр өсөн әҙипкә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелгәйне.
Таңсулпан Ғарипова — билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уның «Ҡыр сейәһе» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1978 йылда «Китап» нәшриәте тарафынан баҫтырыла. Һуңынан бер-бер артлы «Күгәрсен йыры», «Ай менән Ҡояш – бер бөтөн» хикәйәләр һәм повестар туплаған ике китабы донъя күрә.
Яҙыусы «Бөйрәкәй» романы өҫтөндә ете йыл тирәһе эшләй. Әлеге әҫәр халыҡ һөйөүен тиҙ яулап, пенталогияға әйләнә. 2004 йылда «Йыл романы» исеменә лайыҡ була.
Һуңғы йылдарҙа Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә әүҙем ижад итә. Уның «Аҡ тирәк», «Төштәге йыр», «Ямғыр көткәндә» пьесалары сәхнәләрҙә уйнала. «Йәйге таш» киноповесы буйынса «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» тулы метражлы фильмы төшөрөлә. Ул Мәскәүҙә уҙғарылған халыҡ-ара кинофестивалдә «Алтын фил» премияһын ала.
Эльвира АБДРАҠИПОВА (МӨХӨТДИНОВА).
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...