+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2020, 14:28

Салауат рухлы әҙибә

ЯҠЫН кешең тураһында яҙыу ҡыйын икән... Әле бына Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Көҙгө алмалар» исемле китабының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен ишеткәс, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым.

Тәнзиләнең биографияһына күҙ һал­һаҡ, күпселектә минеке менән тап килә, тик уныҡы ике йылға алдараҡ. Ул Бөрйән районы Тимер ауылында донъяға килгән, әммә бала сағы Иҫке Монасипта үтә, шунда урта мәктәпте тамамлай. Уҡыған саҡта уҡ тәүге шиғырҙарын яҙа. Шул ваҡытта Иҫке Монасипта Марат Муллағолов етәкселегендә әҙәби-ижад түңәрәге эшләй, унда йөрөүселәр араһында Тәнзилә лә була. Марат ағайҙың тәрбиәләнеүселәре Тимер, Байназар һәм башҡа район мәктәптәрендә осрашыу­ҙар үткәреп, сығыш яһай торғайны. Тәүләп Тәнзиләне күреүем шул сараларҙа булды. Мәктәп уҡыусылары ғына бул­һалар ҙа, халыҡ алдында ҡыйыу сығыш яһарҙар ине.

Һуңынан Иҫке Монасипҡа юғары синыф­ҡа үҙем уҡырға килгәс, шағирәнең атаһы Сәлихйән ағайҙың мәктәп директоры икәнен белдем. Ул саҡта Тәнзилә БДУ-ла беренсе курста уҡып йөрөй ине. Ҡышҡы сессиялары тамамланғас, өйҙәренә күрше интернатта йәшәгән мине һәм Иркә исемле ҡыҙҙы ҡунаҡҡа саҡыр­ҙы. Директор йортона ояла-ҡурҡа ғына барып индек. Ошо ваҡиғанан һуң беҙҙең ғүмерлек дуҫлыҡ башланды ла инде...

Һуҡмаҡ, һуҡмаҡ, илтәһең һин мине ҡайҙа?

Туғайҙарға, урмандарға, тау-таштарға.

Һуҡмаҡ, һуҡмаҡ, унда – алда нимә көтә?

Шатлыҡ, бәхет, уңышһыҙлыҡ, табыш, кәртә!

Был шиғырҙы ул уҡыусы сағында яҙҙы. Һәм нимәһе ҡыҙыҡлы: 1989 йылда Баш­ҡорт­остан китап нәшриәтендә биш йәш шағирҙың шиғырҙарын туплаған «Һүҙ һорайым» китабын Тәнзилә Дәүләтбир­ҙинаның «Тау һуҡмағы» йыйынтығы аса һәм ошо «Һуҡмаҡ» шиғыры башлай. Был саҡта ул университетты тамамлап, Өфөлә эшкә ҡалған була һәм «Пионер» үҫмерҙәр журналында бүлек мөхәррире булып эшләй.

Тәнзилә – егәрле ижадсы. Тәүге йыйынтығын ҡулына алып, өс йыл үткәс, нәшриәттә уның «Ҡыҙ хәтере» исемле китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡҡа шул исемдәге поэмаһы ла ингән. Тәнзиләнең шиғриәте хисләндерә, һиҫкәндерә, уйландыра. «Хата» тигән поэмаһы Афғанстанда үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалист, бурыс һәм әсә хаҡында, уны тетрәнмәйсә уҡып булмай.

Яҡташым ҡайҙа ғына эшләһә лә, халыҡ араһына сығырға ҡурҡ­май, осрашыу­ҙарҙа улар менән аралаша, һорауҙарға ихлас яуап бирә, шиғырҙарын уҡый. «Башҡорт­остан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире булып эшләгәндә лә республиканың күп мәктәптәрендә уҡытыусылар, уҡыусылар менән осрашты. Шуға халыҡ үҙен таный, белә һәм хөрмәт итә.

Әле быйыл ғына «Көҙгө алмалар» исемле китабы сыҡҡас, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уның исем туйын үткәрҙе. Миңә лә был байрамда ҡатнашырға насип булды. Һәм тағы нимәһе ҡыуандырҙы: урман хужалығы министрлығында эшләгән белгес булараҡ, Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы унда Өфө урман хужалығы колледжында уҡыған ҡыҙҙар, егеттәребеҙҙе саҡыр­ғайны, хатта әлеге уҡыу йортондағы ҡурайсылар ансамбле сараға йәм өҫтәне. Бында килгән йәштәр күңелендә күпме рухи байлыҡ тупланды! Сөнки унда йыйыл­ған әҙиптәр, ғалимдар, йырсылар, уҡытыусылар уларға ла үҙ һүҙен, теләктәрен еткерҙе.

Тәнзилә бик өлгөр ҙә! Аптыратып та ҡуя ул! Бына быйыл «Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы» конкурсы бара. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы яҙыусылар менән осрашыуға саҡырҙылар. Шунда килгән өс әҙип араһында Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла бар ине. Уның көн ҡаҙағына һуҡҡан фәлсәфәүи, йөрәктәргә үтеп инмәле лирик шиғырҙарын педагогтар йотлоғоп тыңланы. Осрашыу тамамланғас та шағирә менән аралашыу дауам итте...

Уның алда телгә алынған ике китабынан тыш, тағы «Мин кем?» (1997), «Ҡояшлы йыр» (2003), «Йәй ҡыҙы» (2008), «Ҡанатлы йөрәк» (2014), «Көҙгө алмалар» (2020) исемле йыйынтыҡтары бар. «Көҙгө алмалар» китабы халыҡта, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләй, халыҡтар берҙәмлеген, татыулығын, дуҫлығын данлай, ата-әсәгә, балаларға ихтирамлы булырға өйрәтә. Тәбиғәтте һаҡларға өндәй. Был йыйынтыҡ әлеге көндә халыҡтың рухын күтәреү өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина – 1992 йыл­дан – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, ә 2000 йылдан Журналистар союз­дары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Шағирә булып танылған Тәнзилә драма әҫәрҙәре лә ижад итә. «Юғалтыу» тигәне Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыл­һа, «Минең ғаиләм» пьесаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәгә сығарылды. «Был спектаклдә Гөлли Мөбәрәкованың уйнауы менән бәхетлемен», – ти әҙибә. «Минең ғаиләм» шағирәнең Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән аҙаҡҡы китабына ла ингән. Әйткәндәй, ул һуңғы йылдарҙа проза әҫәрҙәре лә яҙа. «Зөһрәкәй» исемле хикәйәһе Мәхмүт Ҡашғари исемендәге мәртәбәле конкурста республика буйынса икенсе урын яуланы.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижады тос, халыҡсан. Һәр бер ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән үткер ҡәләмле ижадсы бит. Беҙ уның заманында Палдиски ҡалаһындағы Салауаттың бюсына ҡурҡыныс янағанда бер төркөм кешеләр менән Балтик буйына атлыҡҡанын, Салауаттың бюсын алып ҡалыуҙа ҡатнашҡанын да беләбеҙ һәм баһалайбыҙ. Ҡыйыу йөрәкле Ҡыпсаҡ ҡыҙы, шағирә, прозаик, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина республиканың иң юғары премияһына, һис шик­һеҙ, лайыҡ, тип иҫәпләйем.


Земфира АҠБУТИНА, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.

Ейәнсура районы, Ибрай ауылы.
Читайте нас: