+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2020, 13:42

Сәсән аманаты

Ғәжәп төш күреп уянды бөгөн Ришат. Күҙҙәрен асҡас та әле күргәндәренә ышанып етмәй, уйланып ята бирҙе. Ҡаршылағы тәҙрәнән алһыу ҡояш нурҙары үтеп ингәс кенә ул кинәт уянғанына үкенгән һымаҡ тойғо ла кисерҙе. Төш төш инде. Уларҙың бит күбеһе тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек. Ҡасандыр кисергән тойғолар ҙа үкенесле булып уйҙа ҡала. Ә бөгөнгө төш ысын да, түгел дә һымаҡ. Үҙе ҡасандыр балыҡ ҡармаҡлаған яр буйҙарына алып килде бит уны төшө.

Йылға алҡынып-алҡынып аға. Ярҙарына һыймай ятҡан бындай даръяны Ришаттың өнөндә лә күргәне юҡ. Балыҡ ҡармаҡлаған төбәгендә бындай ярһыу тулҡындар заты бөтөнләй булмай торғайны. Ә яр ситендә күргәне үҙҙәренең әҙәбиәт дәресендә һөйләгән атаҡлы сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяни булып сыҡты. Эйе, шул үҙе. Тап таҡтала эленеп торған ҡулдан яһалған был төҫлө һүрәт тере һын булып күҙ алдында сайҡалды. Өҫтөнә ул ябай ғына кейем кейгән. Башында – тап Ғабдулла Туҡайҙыҡы ише ҡара түбәтәй. Күҙҙәре нисектер кешене һынап, ғәжәпләнеп ҡарай.

Ришат яҡын килде сәсән янына. Ниҙер өндәште лә кеүек. Күпмелер ваҡыттан һуң улар Урал тауы итәгендә баҫып тора ине. Тап әҙәбиәт уҡытыусыһының тауышы менән ул үҙенең ошо гүзәл тауға арналған шиғырын уҡыны. «Тауҙы һаҡлайыҡ», «башҡорттар уҡыһын» тигән кеүегерәк һүҙҙәр ҙә әйтте. Бәлки, был васыят булғандыр.

Ришаттың ҡулдары үҙенән-үҙе «Туған әҙәбиәт» дәреслегенә үрелде. Кәрәкле битте тапҡас, ундағы шиғырға күҙ йүгертте:

«Күп йөрөнөм һин Уралды арлы-бирле буйлатып,

Бәғзе йәштәр мәжлесендә һәм ҡурайҙар уйнатып.

Шул ҡурайҙың эстәрендә көй сыға, бик зарлылар,

Ергә байҙар, малға байҙар, бер ғилемгә ярлылар».

Ришат ирекһеҙҙән шиғырҙың һуңғы юлдарын ҡысҡырып уҡый башланы:

«Һәр кеше малик булған уҡ-йәйәгә

Бирмәгәндәр яңғыҙ уҡты бер бейәгә.

Бабайҙар уҡ атыуҙы тәртип, тиеп,

Өйрәткәндәр уҡ атырға тәрбиәгә».

Бына бит төшөндә күргәндәре сәсәндең өнөндә булған. Ришатҡа ул тап ана шуны иҫкәрткән.

«Сәсән аманаты бит был, сәсән аманаты», – тип малай бер туҡтауһыҙ ҡабатланы ла ҡабатланы. Эйе, үткәнде оноттормаҫ, Уралды һаҡлар был васыят. Сәсәндең әйткәндәрен ул, һис шикһеҙ, тиҫтерҙәренә лә еткерер.


Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Читайте нас: