Яҙ көнө коронавирус пандемияһы айҡанлы карантин иғлан ителгәс, бөтә саралар ҙа онлайн форматта үткәйне, ә был юлы офлайндары ла булды. Беҙҙең республикала 160 милләт вәкиле йәшәй. «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале башланыр алдынан ойошторолған «Беҙ бергә» тигән флешмобта башҡорт, урыҫ, татар, мари, сыуаш, белорус, удмурт, мордва һәм башҡа милләт вәкилдәренең сағыу кейемдәрен, бейеүҙәрен күрергә мөмкин булды.
Өфөлә шулай уҡ «Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдыра» тигән «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Сарала башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталарҙың «Тамға» халыҡ-ара конкурсы үткәреләсәге тураһында иғлан ителде. Унда «Балалар милли кейеме»тигән номинация ла бар. Бәйгегә йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә яһаласаҡ.
Байрам сараларынан балалар ҙа ситтә ҡалманы, әлбиттә. Өлкәндәр – эшкә, уҡыусылар уҡырға милли кейемдәрен кейеп барҙы. Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова хәбәр итеүенсә, VI – VIII синыфтар тулыһынса тип әйтерлек милли кейемдә булған. Ә башҡалар түшелдерек, бишмәт, түбәтәй булһа ла кейгән, биҙәүестәр таҡҡан. Унынсынан, бишенсенән ике ҡыҙ әсәйҙәре менән бергәләп теккән күлдәктә килгән. «Тәүге дәрестә психолог өлкән синыфтарҙа милли кейемдең, йәғни оҙон күлдәк кейеүҙең ҡыҙҙар сәләмәтлегенә, психологик торошона ыңғай тәьҫир итеүен аңлатып үтте. Һигеҙенсенән Регина менән Азалиә көн дауамында һәр кабинетҡа инеп, Милли кейем байрамы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Бынан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә уҡыусылар һәр яҡтың үҙенә генә хас кейемдәре булыуы, уларҙың орнаменттары, нағыш-биҙәктәре менән бер-береһенән айырылып тороуы хаҡында байтаҡ яңылыҡ алды. Дәрестәр бөткәс тә күптәр кейемдәрен һалғылары килмәй, үҙҙәре өсөн фото сессия ойошторҙо», – ти Сәриә Ҡаһарманова.
Өфөләге 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн дә был көндө йөкмәткеле саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, 9-сы мәктәпкә уҡырға барасаҡ әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәр янына башҡорт һылыуҡайы ҡунаҡҡа килеп, кескәйҙәрҙе серле һандығындағы милли кейемдәр менән таныштырҙы. Ҡашмау, күлдәк, камзул, бүрек, ситек... Балалар уларҙың һәр береһе тураһында күпте белеп ҡалды. «Йәшерәм яулығымды», «Түбәтәй» («Таҡыя») хәрәкәтле уйындарын да бик оҡшаттылыр.
«Ҡояшҡай» төркөмө иһә музейға барып, тирмә, уның эсендәге йыһаздарҙы ҡараны. Боронғо башҡорттарҙың көнкүреше менән таныштылар.
Милли кейем көнөндә олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты.