Скайп аша аралашыу ваҡытында, дәрестә лә иғтибар менән тыңлай, ҡыҙыҡһынған һорауҙарын да бирә, күнегеүҙәрҙе лә башҡарып өлгөрә. Ә бер көндө күбебеҙ яратҡан «Салауат Юлаев» хоккей клубының тоғро көйәрмәне икәнен дә белдерҙе. Ул команда хаҡында шул тиклем мауығып һөйләй, хатта ысын комментаторҙы тыңлағандай булаһың. Континенталь хоккей лигаһының башҡа командалары, улар кем менән, ҡасан уйнағанына тиклем белеп, ҡыҙыҡһына Дима Купцов.
Ул Благовар районының Языков ҡасабаһында йәшәй. VI синыфта уҡый. Ата-әсәһе, ағаһы, еңгәһе, кесе туғаны хаҡында ла мауығып һөйләй. Уларҙы ныҡ ярата. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнһә лә, Дима бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. География фәне менән ныҡ ҡыҙыҡһына, карталарҙы ентекле өйрәнә. Сит ил әҙәбиәтен, Александр Пушкинды яратып уҡый. Улай ғына түгел, уҡыусым шул тиклем матур һәм оҫта йырлай ҙа!
Дима дуҫтары Женя, Вика менән Аделинаға бик рәхмәтле. Улар менән күңелле, төрлө темаларға һөйләшеп була, ти уҡыусым. «Башҡорт теле миңә бик оҡшай. Бәләкәй синыфтарҙа Гөлфиә Барый ҡыҙы уҡытҡайны. Шунда уҡ башҡорт теленең кәрәклеген аңланым. Уны өйрәнеү, белеү күп нәмә биргәнен төшөнгәйнем инде. Сөнки башҡорт теле беҙҙең Башҡортостанға исем биргән тел бит!» – тип үҙенең уйҙары менән бүлеште аҡыллы, ябай, миһырбанлы Дима.
Был уҡыусым мине һоҡландыра. Тормошто ихлас ярата. Һәр яңы көнгә һөйөнөп, ҡыуанып йәшәй. Афарин, Дима, бирешмә! Һинең кеүек алсаҡ, көслө рухлы егет-ҡыҙҙар күберәк булһын ине. Үҙеңә ныҡлы сәләмәтлек теләйем!
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА, башҡорт теле уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы.