Бәйге «Бала башҡарған бишек йыры», «Бала һәм оло кеше башҡарған бишек йыры», «Бишек эшләү оҫтаһы» номинациялары буйынса барҙы. Бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителеп, 24-е финалға сыҡҡан. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр дәртләнеп ҡатнашты «Бишек – ҙур донъяға ишек» проектында. Балаларға элекке бишек йырҙарын өйрәттеләр. Сәңгелдәктән туған телендә йыр-моң ишетеп үҫкән балалар, әлбиттә, рухлы булып үҫә. Был проект шул онотолоп барған матур йолабыҙға яңы һулыш бирҙе.
Йоҡла минең ҡыҙ ғынам...»
Сабый саҡта ишетеп үҫкән бишек йыры мине «Бишек – ҙур донъяға ишек» конкурсына алып килде. «Бала башҡарған бишек йыры» номинацияһында һайлап алыу турын үткәс, бик шатландым. Был шәп сараның башы ғына булған икән. Оҙаҡламай Ләйсән Солтанғолова, Гөлназ Ишемғолова апайҙар беҙҙең ауылға килеп, фильм төшөрҙө. «Тамыр» балалар студияһында фотосессия төшөү өсөн Өфөгә лә барып ҡайттыҡ.
Бына, ниһайәт, көтөп алған көн етте. «Башҡортостан« дәүләт концерт залында «Бишек – ҙур донъяға ишек« конкурсының Гала-концерты үтте. Ҙур сәхнәлә сығыш яһау, яңы таныштар онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Был бәйгегә әҙерләгән атай-әсәйемә, кәңәштәре менән ярҙам итеүсе мәҙәниәт бүлеге методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғоловаға, Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлегенә ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
Әминә БИЛАЛОВА, II синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Әбүбәкер мәктәбе.