+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2020, 17:38

Ҡарһылыуға оҡшаталар

Ҡыш. Тәбиғәттең матур, тыныс, саф ваҡыты. Бөтә донъя көмөштәй ап-аҡ. Мин дә, күп балалар кеүек, ҡыш айҙарын яратам. Был миҙгелгә генә хас булған тылсымлы байрамдар, яҡшы кәйеф менән Яңы йылды ҡаршылау – үҙе бер һөйөнөс!

Күптән түгел байрамға арналған спектаклгә саҡырҙылар. Беҙ «Золушка» әкиәтен ҡараныҡ. Шул тиклем матур булды. Хатта үҙемде принц менән бейегән кеүек хис иттем. Спектаклдән һуң беҙҙе Ҡыш бабай һәм Ҡар­һылыу менән бик ҡыҙыҡлы осрашыу көтә ине. Мин дә үҙемдең шиғырымды уҡып ишеттерҙем. Ҡыш бабай: «Ҡыҙым, рәхмәт шиғырың өсөн, киләһе йылға тағы байрамға кил!» – тип ҡосаҡлап алды. Ул мине бик яҡын күрҙе микән?! Шулайҙыр, Яңы йыл төнөндә тыу­ғанмын бит!

Апайым да:

– Бындай Яңы йыл бүләге, һеңлем, башҡа бер кемдә лә юҡ! Үҙең оҙон һары сәсле, бит остарың алһыу. Һин – минең Ҡар­һылыуым, – ти гел шаяртып. Шуға Ҡыш бабай ҙа үҙемде Ҡар­һылыуға оҡшатып яратҡандыр, тип уйлап ҡуйҙым.

Бына шулай байрамдан яҡшы кәйеф менән ҡайттым.

Ландыш РАМАҘАНОВА, V синыф уҡыусыһы.

Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас: