+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2020, 16:46

Мөғжизәле миҙгел

Ҡыш етте. Мөғжизәле был миҙгел. Ялға ҡайтҡан һайын ауылыбыҙҙың осондағы ҙур быуала үҙебеҙ эшләп алған катокка барып, рәхәтләнеп шыуырға яратам.

Көндәр һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, санама көрәк, селек һепертке, тимераяҡтарымды һалып алдым да быйма кейеп, тағы ла быуаға юл тоттом. Арыраҡ балыҡсылар мәке уйып, балыҡ ҡармаҡлай, ҡайһылары палатка ла ҡороп алған. Ә мин яңы яуған ҡарҙы таҙартып, һеперештереп алдым да конькиҙарымды кейеп, рәхәтләндем генә. Боҙ өҫтө шундай тигеҙ, ялтырап ята.

Йөрөй биргәс, ял итергә туҡтаным да сағыу ҡояшҡа емелдәшеп ятҡан ҡар бөртөктәренә күҙ һалдым. Ҡайһылай матур­ҙар! Ҡарап туймаҫлыҡ! Уларҙы усыма алдым да текләп уйға сумдым. Әсәйемдең, изгелекле, кешеләргә ярҙамсыл бул, шул саҡта ғына Яңы йыл алдынан уйлаған теләктәрең тормошҡа аша, тигәне иҫемә килеп төштө. Ә мин өлкәндәргә ярҙам итәм, өйҙә лә эшһеҙ ултырырға яратмайым.

Бер йылды күптән хыяллан­ған уйым тормошҡа ашҡайны. Өфөгә Шыршы байрамына барып ҡайттым. Шул тиклем матур, күңелле үтте ул. Йәшел ҡупшыҡай тирәләй Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән менән бейенек. Беҙҙең изге эштәребеҙҙе баһалап, мине лә сәхнәгә саҡырҙылыр. Унда иҫтәлекле бүләктәр һәм грамота алып ҡыуандым. Һуңынан «Ун ике ай» әкиәтен ҡараныҡ. Оҫта итеп сәхнәләштергәйнеләр, үҙебеҙ ҙә ҡатнашҡандай булдыҡ.

Сәхнә сағыу биҙәүестәр, ҡар бөртөктәре менән биҙәлгәйне. Туҡта әле, әлеге ҡулымдағы ынйыҡайҙар ҙа шуларға оҡшаған түгелме? Бына шундай мөғжизәләр булһын өсөн беҙгә күберәк изге эштәр эшләргә, тырышып уҡырға ғына кәрәк.

Зарема ТАҺИРОВА.

Йылайыр районы,

Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: