Ҡыҙҙар һәм малайҙар бөйөк мәғрифәтсенең «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән шиғырын күмәкләп уҡып ишеттерҙе, күп кенә башҡорт шағирҙарының ижады менән дә танышты. Бергәләп йомаҡтар систек, тел тураһында мәҡәлдәрҙе өйрәндек.
Ысынлап та, телебеҙҙе иң башта яратырға, ҡәҙерләргә өйрәнер кәрәк. Бының өсөн милләтебеҙгә, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоларын кескәй саҡтан уҡ тәрбиәләү зарур.