Ысынлап та, Аҡмулланың ижады киләсәк быуынға фәһемле. Сәйәхәт итергә, төрлө илдәр гиҙергә яратыуы, уның сит яҡтарҙағы тормошо хаҡында Красная Башкирия ҡасабаһы китапханасыһы Гөлшат Иршат ҡыҙы Ишбулатова бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Мәғрифәтсе ижадында Тыуған илгә һөйөү, ауырлыҡтарҙы еңә белеү, саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплелек сифаттары ярылып ята. Район үҙәк китапханаһының библиографы Дилә Шайморат ҡыҙы Әбүшахманова Аҡмулла шәхесенә бәйле иҫтәлекле урындарҙы барланы. Уның шиғырҙарын тасуири һәм аһәңле итеп Красная Башкирия ҡасабаһы китапханасыһы Гүзәл Камил ҡыҙы Алтынбаева уҡып ишеттерҙе. Дәүләт ауылы китапханасыһы Дилә Надир ҡыҙы Ишбулдина мәғрифәтсенең әҙәбиәттә сағылышын төплө өйрәнгән. Ә мин уның фәлсәфәүи ижады менән таныштырҙым. Конференцияны әҙерләү һәм үткәреү өсөн Дилә Әбүшахманова, Лилиә Дәүләткирәева, Динара Мифтахова яуаплы булды.
Ғөмүмән, Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ, эстетик, этик тәрбиә мәсьәләләре ҙур урын алып тора. Мәғрифәтсе булараҡ, ул халҡының киләсәген туранан-тура шуға бәйләп аңлата. Сабыр холоҡло булыу, әҙәплелек, аҡыллылыҡ унда иман төшөнсәһе менән бергә ҡуйып ҡарала.
Китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙың Аҡмулла ижадын артабан да өйрәнеүҙәрен теләйек.
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.