+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2021, 00:48

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...

Бейеүсенең итәгенәАлма һүрәте төшкән.Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,Яңы бейергә төшкән.

Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя! Ә халыҡ бейеүҙәре - киң
таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. Тәүтормош заманында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр көнкүрештең һәм хеҙмәттең, төрлө ғөрөф-ғәҙәт, йола һәм дин үҙенсәлектәрен сағылдырған. Улар төрлө музыка ҡоралдарына ҡушылып таҡмаҡ әйтеп, таҡтала, яҫы ташта, тимер батмустарҙа башҡарылған.
Халыҡ бейеүҙәренең күбеһе сюжетлы йәки легендалы. Улар йөкмәткеһе яғынан да, формаһы менән дә күп төрлө. Яугирлыҡты, батырлыҡты, сағылдырған егеттәр; нәфислекте, уңғанлыҡты, эшсәнлекте һынландырған ҡыҙҙар; шаянлыҡты, мутлыҡты күрһәткән күмәк бейеүҙәр ҙә бар. Яңғыҙ, күмәк, таҡмаҡлы, уйынлы бейеүҙәр ҙә һаҡланған.
Шулай булғас, бейеү сәнғәте әле үҙенең актуаллеген юғалтмай, халыҡты рухи байлығы менән тулыландыра ғына.
Фото old.gkс-surgut.ru сайтынан.
Читайте нас: