Бындай байрам бер кемгә лә зыян килтерә алмай, тик файҙа ғына. Әлеге ваҡытта Рәхмәт көнө тураһында барыһы ла белмәй шул. Ә ул бит кешеләр бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтле, рәхмәтле булып, был тылсымлы һүҙҙе бөгөн генә түгел, ә башҡа көндәрҙә лә ҡулланһын өсөн булдырылған.
Иртәгеҙҙе "рәхмәт" һүҙе менән башлағыҙ! Үҙегеҙ өсөн башҡарған бөтә эштәрҙе һайлап алығыҙ. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ эргәлә булғаны, һеҙҙе яратҡаны һәм ҡәҙерләгәндәре өсөн уларға рәхмәт әйтегеҙ. Күптән аралашмаған, шылтыратмаған кешеләрегеҙҙе иҫкә төшөрөр өсөн дә яҡшы сәбәп. Шундай иҫ киткес көндө һеҙ бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Рәхмәтле була беләйек, дуҫтар!
Фото интернет селтәренән алынды.