+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2021, 16:12

Тағараҡтар элдек, саналарҙа елдек

Йыл ауыл үҙәгендә урынлашҡан һырғалаҡты асыу менән башланып китте. Был көндө балалар түҙем­һеҙ­ләнеп көтөп алды.


Боҙ буйында үткән «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән күңелле эстафетала «Ҡар бөртөктәре» һәм «Coca-cola» командаларында 32 бала көс һынашты. Бәйге бик көсөргәнешле бар­ҙы. Көйәрмәндәр ҙә дәртләндереп кенә торҙо. Кемдәр еңдеме? «Ҡар бөртөктәре»! Спорт һөйөүсе уҡыусылар тәрбиәләнә ауылыбыҙҙа. Урманға саңғыла «Был – беҙҙең мөхит» тип исемләнгән сәйәхәт тә балалар күңеленә хуш килде.

Яңы йыл каникулы көндәрендә ауыл халҡы өсөн береһенән-береһе ҡыҙыҡлы саралар үткәргән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Сулпан ЮЛДАШЕВА.

Бөрйән районы.
Читайте нас: