Ҡуҙы. Уҡытыусылар тырышлығыңды баһалар, ә синыфташтарың алдында абруйыңды иҫбатларға тура килер. Тарих һәм географиянан дәрестә йыш һорарҙар.
Буға. Йыл тыныс үтер, эйе, дуҫтарың араһында айырылып торғоң килә. Иғтибар үҙәгендә була аласаҡһың. Йондоҙҙар яңы дуҫтар табырға кәңәш итә.
Игеҙәктәр. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙың шаян холҡона ярашлы, йыл бер ниндәй мәҙәкһеҙ булмаҫ инде. Әммә мәктәп етәкселеген асыуландырмаҫ өсөн
ниндәйҙер сикте үтмәҫкә кәрәклеген онотмағыҙ.
Ҡыҫала. Хәтереңә генә таяныу етмәҫ, 2021 йылда дәфтәрҙә ҡыҫҡа һәм аныҡ яҙмалар алып барырға кәрәк булыр. «Ҡыҫала»ларға телдән яуап биреү еңел бирелһә лә, яҙма эштәргә ентеклерәк әҙерләнергә кәрәк. Конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү ихтималлығы бар.
Арыҫлан. Бығаса мәктәптә барған хәл-ваҡиғалар, имеш-мимештәр бик ҡыҙыҡтырмаһа ла, быйыл иғтибарлыраҡ бул, барыһын да белеп тороуың һәйбәтерәк. Дәрес ваҡытында сит эш менән шөғөлләнмә, бөтә уҡытыусылар ҙа «Арыҫландар»ға иғтибар итәсәк.
Ҡыҙ. Мәктәптә «шаршау артындағы» төп ролдәрҙең береһе Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарҙа булыр. Күләгәлә ҡалып та бөтә ваҡиғаларҙы уртаһынан күҙәтеү уңайлы. Синыфта һине тыңлай, тәҡдимдәреңде хуплай башларҙар.
Үлсәү. Кәйефең үҙгәреүсән булыр. Саф һауала йөрөү һәм, сәйер тойолһа ла, электрон пасьянс хәлеңде арыуландырыр. Уңышҡа ирешерһең.
Саян. Кешенән аҡса алмаҫҡа, үҙеңә лә биреп тормаҫҡа кәңәш ителә. Тышҡы ҡиәфәтеңә иғтибарҙы арттыр: яңы танышыуҙар көтөлә.
Уҡсы. Мәктәп күп мәшәҡәттәр әҙерләй. Көнөңдө дөрөҫ планлаштырһаң, барыһы ла яҡшы булыр. Кәрәкмәгән йомоштарҙан баш тартырға, ваҡытында сигенә белергә өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта 2021 йыл һәйбәт килер.
Кәзәмөгөҙ. Уҡытыусы дәрестә кемдән теманы һорарға икән, тип эҙләгәндә уларға гел уңайы сығып торасаҡ. «Кәзәмөгөҙ»ҙән аңламағанын түгел, яттан белгәнен генә һораясаҡтар. Әммә гел генә осраҡлылыҡҡа ышанырға ярамай.
Һыуғояр. Юғары старт алып, уҡыуға – әҙерәк, ә яратҡан шөғөлөнә күберәк ваҡыт бүлеүе бар. Быйыл мауыҡтырғыс сәйәхәттәр көтөлә.
Балыҡтар. Йондоҙҙар шәхси тормошоғоҙҙо синыфташтарығыҙҙан сер итеп тоторға кәңәш итә. Икенсенән, «Балыҡтар»ға иптәштәре ярҙам итәсәк һәм уҡыу бик еңел биреләсәк.