+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2021, 13:28

Ағаларынан өлгө алып үҫә

Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III «В» синыфы уҡыусыһы Азамат Абдуллин ҡыш­ҡы каникулын бик матур уҙғарҙы. Рәхәтләнеп тимераяҡта йөрөнө, дуҫтары менән ҡар бәрешеп тә уйнаны ул. Бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, үҙе шәп хоккейсы ла икән.

Малай ике өлкән ағаһы – Байрас һәм Хасбулаттан өлгө алып үҫә. Хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатына ынтылыусан, өлкән быуынға иғтибарлы булыуы ғаилә тәрбиәһенән килә. Ниндәй эш ҡушһалар ҙа, тырышып үтәй, өйҙә һәм хужалыҡта ихлас ярҙам итә.

Гимназияла ла һынатмай ул. Барлыҡ сараларҙа, конкурс­тар­ҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡый. Бәләкәй саҡтан әкиәт тыңларға яратҡан малай ҡар­һүҙ һөйләргә бик әүәҫ. «Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?» әкиәте менән бәйгелә еңеүсе лә булған. Ҡурайҙа ла оҫта уйнай Азамат. Белем усағында эшләп килгән түңәрәктә шө­ғөлләнә.

Тырыш малай йәйҙе бигерәк тә көтөп ала. Дәүләкән районы Мәкәш ауылындағы Гөлшат өләсәһендә, Өфө районы Зубов ауылындағы Мәйсәрә өләсәһендә булырға бик ярата.

Маҡсатына ынтылыусан, әҙәпле, шат күңелле, тырыш малайҙың бөтә уй-хыялдары тормошҡа ашмай ҡалмаҫ. Беҙ уға уңыштар теләйек.

Гөлсөм ХИСМӘТОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: