0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2021, 14:31

Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләндек кенә!

Көтөп алған ҡышҡы каникулдың бер матур көнөндә ғаиләбеҙ, яҡын туғандарыбыҙ менән тау итәгенә ял итергә барҙыҡ.

Тау саңғыһы базаһы менән сағыштырғанда, бында күпкә отошлораҡ ине. Сөнки тауҙан шыуыусылар һаны аҙ булғанлыҡтан, сиратта тормай­һың, икенсенән, бер-беребеҙгә бәрелеп, зыян килтереү хәүефе юҡ. Өсөнсөнән, һыналған урын «Бешә» тип атала, бында элек-электән Ҡужан ауылы халҡының бала-сағалары санала шыу­ған. Шундай матур урын ул! Юғары­нан бөтә ауыл һәм күм-күк булып теҙелеп киткән ғорур Ҡырҡты тауҙары күренә.

Бында беҙгә бик ныҡ оҡшаны. Нимә менән шыуһаҡ та, шундай шәп һәм алыҫ елдерҙек. Иң ҡыҙығы – бала саҡтарын хәтерләп, хатта атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, олатай-өләсәйем дә тауҙан эйҙе. Шыуып ҡына йөрөмәнек, самауыр ҡайнаттыҡ, шешлек бешерҙек. Бәләкәс һеңле-ҡустыларыбыҙ ҙа ихлас уйнаны, көлдө, ҡыуанды.

Әлбиттә, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүгә бер ни ҙә етмәй.

Шулай итеп, күңелле лә, файҙалы ла үтте көнөбөҙ. Күтәренке кәйеф һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Был матур урынға беҙ тағы ла киләсәкбеҙ әле.

Рифат СӘЙЕТҒӘЛИН,

VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: