SuperJob исемле эш эҙләү сервисы президенты Алексей Захаров фекеренсә, 10 йылдан бухгалтер, такси йөрөтөүселәр, алыҫ юлға йөрөүсе шофёрҙарға ихтыяж бермә-бер кәмейәсәк.
Бухгалтерҙар һаны ни өсөн кәмей һуң?
Бөгөнгө көндә һанлы технологиялар әүҙем рәүештә үҫешә, пандемия документ әйләнешен электронлаштырырға тағы ла ҙур этәргес яһаны. Шул сәбәпле, был һөнәр эйәләре улай күп кәрәк булмаясаҡ.
– Белгестәрҙең һаны 5 тапҡырға әҙәйеүе ихтимал, – ти Алексей.
Тиҙҙән Рәсәйҙең эре ҡалаларында беренсе пилотһыҙ таксиҙар (беспилотные такси) пәйҙә буласаҡ. Шулай булғас, такси йөрөтөүселәр һаны ла кәмергә мөмкин. Замана технологиялары үҫеше сит тел белгестәренең кәмеүенә лә килтерә. Захаровтың фекеренсә, хәҙер сит телдәрҙе үҙеңә лә өйрәнергә мөмкин. Был хоббиға әйләнеп бара. Ә башҡа маҡсаттар өсөн электрон тәржемәсе бар.
2021 йылда ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур буласак?
Яҡын киләсәккә күҙ һалайыҡ әле. Бына ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур буласаҡ: медицина хеҙмәткәрҙәре, фармацевттарға, IT-белгестәргә.
Фото infourok.ru cайтынан.