+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ғинуар 2021, 13:30

Беҙҙең артистар - Минзәләлә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Татарстандың Минзәлә ҡалаһында үткән бэби-театрҙарҙың I "Ләкләк" ижади белем биреү форумында ҡатнашасаҡ.

Ул 30 һәм 31 ғинуарҙа "Small Days" Бөтә донъя бэби-театрҙар акцияһы менән берлектә уҙа. Беҙҙекеләр "Күктән ергә тиклем" тип аталған спектакль әҙерләгән. 31 ғинуарҙа 16 сәғәт 30 минутта Сабир Амутбаев исемендәге Минзәлә дәүләт татар драма театрында күрһәтелә.
Baby-театр балалар өсөн ҡуйылған классик театрҙарҙан айырылып тора, тәү сиратта, уникаль аудиторияһы менән – кескәйҙәр өсөн. Декорациялар һәм актёрҙар тамашасыға яҡын. Бындай киңлек бәләкәстәрҙә уңайлыҡ тойғоһо, мөмкин тиклем ваҡиғаның эсендә йөҙөп йөрөү һәм өй атмосфераһы тыуҙыра.
Фото театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: