Ярышҡа йомғаҡ 15 ғинуарҙа үткәрелгән онлайн-конференцияла яһалды. Унда конкурсты ойоштороусыларҙың, жюри ағзаларының файҙалы кәңәштәрен тыңланыҡ, төрлө ҡала, райондарҙан ҡатнашыусыларҙың фекерен, теләктәрен дә ишеттек.
Был конкурста «Беҙҙең өсөн өлгө ғаилә» исемле очергым менән X – XI синыфтар араһында беренсе урын алдым (етәксем – Ә. Рәжәпова). Мәҡәләләр яҙыу буйынса үҙенең өләсәһе – тыл батыры тураһындағы эше менән XI «А» синыфынан Наҙгөл Хәлитова (Р. Солтанғолова) үҙ номинацияһында еңеүсе булды.
20 ғинуарҙа гимназиябыҙҙың тамаша залында БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалынан доцент, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева һәм доцент, филология фәндәре кандидаты Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Арыҫлановалар X – XI синыф уҡыусылары менән осрашыу үткәрҙе. Унда бәйгелә еңеүселәргә – грамоталар, ә етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ уҡыу йорто менән тығыҙ бәйләнештә булған һәм әүҙемлек күрһәткән гимназия уҡытыусылары ла айырым билдәләнде.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе, уҡыу йорто, үҙҙәрендәге яңылыҡтар тураһында һөйләне. Көндәр һыуыҡ, буранлы булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән осрашыуға килгәндәре өсөн уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.