+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2021, 15:32

Тағы бер йәшкә ҙурайҙым

Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығына иҫең китерлек: ағастар ап-аҡ күлдәктәрен кейгән, яландар, тау битләүҙәре юрған ябынған.

Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ. Ҡарабаш турғайҙар бер-береһенән ҡалышмай, һыйынышып, тегеләй-былай оса. Шундай сихри хозурлыҡ!

Ошондай матур ваҡытта туғандарым, дуҫтарым менән фейерверктар аттырып, Яңы йылды күңелле итеп ҡаршы алдыҡ. Мин үҙемде тағы ла бер йәшкә ҙурыраҡ итеп тойҙом. Каникулымды ла рәхәтләнеп, бик файҙалы итеп үткәрҙем. Көндәр йылымы-һыуыҡмы булыуына ҡарап тормай, текә тауҙа дуҫтар менән сана шыуҙыҡ, бер-беребеҙҙе көрткә батырҙыҡ. Улар менән төрлө йәнлектәр ҡалдырып киткән эҙҙәрҙән йөрөнөк. Хатта йоҡларға ятҡас, төшөмдә лә тауҙа йөрөй, сана шыуа, ҡар бәрешә инем. Ҡышҡы каникулда яңы көс алып, өсөнсө сиректе дәртләнеп башлап ебәрҙем.

Юлдаш ЙӘҒӘФӘРОВ,

VI синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы,

Яңы Собханғол мәктәбе.
Читайте нас: