+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Февраль 2021, 16:55

Лайфхак – файҙалы кәңәштәр

Яңы һүҙҙе, төшөнсәне, датаны иҫтә ҡалдырыу өсөн уны стикерҙарға яҙып, өйҙөң төрлө бүлмәләренә йәбештереп сыҡ;

Кейем-һалымға яңылыш ҡына ручка менән һыҙылып китһә, һыҙыҡҡа теш пастаһы һөртөп, кипкәнен көтөргә һәм һуңынан йыуып ҡуйырға кәрәк;
Формула, ҡағиҙә, таблицаларҙы иҫтә ҡалдырыу өсөн уны фотоға төшөрөп, кеҫә телефоныңдың экранынына фон итеп ҡуй;
Үҙең менән гел ҡоро һәм дымлы салфетка йәки ябай пакет йөрөт. Был әйберҙәр һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ;
Китап һәм дәфтәргә ҡыҫтырыу өсөн төҫлө пластик скрепкалар ҡуллан. Бындай ҡыҫтырғыс төшөп тә китмәҫ, кәрәк саҡта яҙыуҙар, күҙәтеүҙәр, ҡағиҙәләрҙе ҡағыҙға яҙып, шул уҡ биткә эләктереп ҡуйырға ла була;
Китапты һәм дәфтәрҙе һәр предмет өсөн айырым-айырым файлдарға йәки пакеттарға һал, үҙеңә лә еңелерәк, сумкаң да тәртиптә булыр.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: