+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2021, 16:49

Күңелле ял иттем

Әсәйем менән Яңы йылды матур итеп ҡаршыланыҡ. Тимераяҡта йөрөнөм, тау башынан санала шыуҙым.

Һәр каникул кинотеатрға барабыҙ. Был юлы ла матур йолабыҙға тоғро ҡалдыҡ, әсәйем менән кино ҡарап ҡайттыҡ.

Шунан мин ауылға ағайыма ярҙам итешергә барып килдем. Мал ҡараным, һарай тирәһен таҙарттыҡ. Кистәрен клубҡа сыҡтыҡ.

Быйыл беҙҙәге шыршы ҡуйылған майҙанға халыҡ күп йөрөй. Унда иҫтәлеккә фотоға ла төштөм.

Азат САФИН, VIII «В» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, АсҡарҙағыТаһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас: