-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Февраль 2021, 18:20

Ниндәй туңдырма яратаһың?

Сер түгел, барыбыҙ ҙа туңдырманы яратабыҙ. Ниндәйе генә юҡ уның хәҙер. Был тәмле ризыҡты бигерәк тә американдар үҙ итә. Ана шул ҡайһы төрөнә өҫтөнлөк биреүенә ҡарап, кешенең холҡон билдәләргә лә була, тиҙәр.

Шоколад онтағы һибелгәнде яратыусылар – тотороҡһоҙ, ҡыҙыҡһыныусан, гел яңылыҡ эҙләүселәр.
Ә бына стакан формаһындағы туңдырмаға өҫтөнлөк биреүселәр – романтиктар, улар өсөн беренсе сиратта – тыныслыҡ. Башҡаларҙың проблемаларын үҙҙәре аша үткәреп, кеше хәленә инә беләләр. Шуға күрә улар янында шаярып бармаҫҡа кәрәк, үпкәләтеп ҡуйыуығыҙ бар.
Ике яғы ла вафлялыһын үҙ итеүселәр – эш кешеләре. Улар гел хәрәкәттә, хеҙмәттән йәм табып йәшәй. Бик яҡшы хужа һәм хужабикәләр.
Еләк-емешле туңдырма һөйөүселәр – эгоистар. Тормоштан ҡәнәғәт булып, унан ләззәт алып йәшәүселәр. Ундайҙар өсөн ирешә алмаҫлыҡ маҡсат юҡ.
Төрлө туңдырманы ашаусылар – күңелле заттар. Һәр нимәгә еңел ҡарап, тормоштан йәм табып, шатланып, ысын күңелдән көлә белеүселәр.
Ә бына бөтөнләй был тәмлекәсте ашамаусылар ниндәй холоҡлолар икән? Шикле кешеләр. Улар янында һаҡ булырға кәрәк. Башында ниндәй уй барлығын да белеп булмай, имеш...
Читайте нас: