-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Февраль 2021, 19:15

"Ҡышҡы спорт уйындары" аҙналығы

Кескәйҙәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, сыныҡтырыу йәһәтенән беҙҙең «Ләйсән» балалар баҡсаһында ла төрлө саралар ойошторола. Яңыраҡ «Йәйғор» мәктәпкәсә әҙерлек башҡорт төркөмөндә «Ҡышҡы спорт уйындары» аҙналығы үтте. Уның барышында балалар Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап һүрәттәр төшөрҙө, пластилиндан төрлө һындар эшләне, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, спорт уйындарында ҡатнашты.

Айҙар Ҡәйүмов:

– Мин «Салауат» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә самбо менән шөғөлләнә башланым. Өләсәйем дә спортты ярата. Уның менән бассейнға йөрөйөм, саңғыла шыуабыҙ.

Әлфинә Аҙнабаева:

– Атайым менән көн дә зарядка яһайбыҙ. Ул мине кикбоксинг сер­ҙәренә лә өйрәтә. Апайым менән саңғыла йөрөйбөҙ, тауҙа шыуабыҙ.

Эмиль Байтурин:

– Өләсәйем менән «Дуҫлыҡ» паркында тимераяҡта йөрөргә яратабыҙ. Бәләкәй генә булһа ла, Арыҫлан ҡустым да беҙҙән ҡалышмай.

Самира Ҡунаҡҡужина:

– Ә мин сәнғәт мәктәбендә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм. Был шөғөл кәүҙәне матур тоторға, һығылмалы буйлы булып үҫергә ярҙам итә.

Данияр Шәрипов:

– Мин саф һауала саңғыла йөрөйөм. Ял көндәрен көтөп алам, сөнки атайым, әсәйем менән бергә тау саңғыһында шыуырға барабыҙ. Бассейнда йөҙөргә лә өлгөрәм. Бейеү, йыр түңәрәктәрендә лә шөғөлләнәм.

Реваль Ваһапов:

– Ағайым Реналь менән ял көндәрендә паркка юлланабыҙ. Дуҫтарым менән бергә боҙҙа тимераяҡта шыуыу һаулыҡты нығыта һәм күңелде күтәрә.

Эльвина Садиҡова:

– Ә беҙ ғаиләбеҙ менән тауҙан тюбингтарҙа шыуырға яратабыҙ. Тағы ла бергәләп шахмат уйнайбыҙ. Әсәйем, ағайым һәм апайым турнирҙарҙа ҡатнашып тора.

Ильяс Ғөбәйҙуллин:

– Ынйы һылыуым менән саф һауала рәхәтләнеп уйнайбыҙ һәм бейеү, йыр түңәрәктәрендә шөғөлләнәм.

Мораҙым Арыҫланбаев:

– Динислам ағайым менән баш­ҡорт халҡының милли көрәше сер­ҙәрен өйрәнә башланыҡ. Ғаилә менән кистәрен саф һауала саңғыла йөрөп ҡайтабыҙ.

Аяз Мусаҡаев һәм Алмас Аллабирҙин:

– Ә беҙ ҡыш көнө хоккей уйнарға яратабыҙ. «Салауат Юлаев» командаһының көйәрмәнебеҙ. Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай!

Сафия Кинйәғолова:

– Мин баҡсанан ҡайтҡас, атай-әсәйем менән шашка уйнайым. Был уйын хәтерҙе үҫтерә, иғтибарлы һәм тиҙ фекер йөрөтә белергә өйрәтә. Ҡайһы ваҡыт отолоп та ҡуям. Еңелә белергә лә кәрәк, – ти яҡындарым.

Әлиә апайым – буласаҡ табип. Ул да: «Сәләмәт булыу өсөн иртүк торғас та зарядка яһарға, күберәк спорт менән шөғөлләнергә кәрәк», – тип өйрәтә.

Гөлсинә Аҡъюлова, логопед:

– Күп балалар ҡыш миҙгелен ярата. Сөнки был ваҡытта рәхәтлә­неп сана, саңғы шыуаһың. Бик күңелле мәл! Ошо ваҡытта үткәрелгән аҙналығыбыҙ ҙа бик матур уҙҙы. Төркөмдәге балалар спорт, сәләмәтлек тураһында күпте белеп ҡалды.

Гөлназ НАЗАРОВА,

Ейәнсура районы,

Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: