+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Февраль 2021, 15:10

Туп менән донъя рекорды ҡуя!

Брянск үҫмере 15 йәшлек Богдан Самаров икенсе тапҡыр Рәсәйҙең Рекордтар китабына ингән.

Нисек, тиһегеҙме? Быға жонглёр номерҙары күрһәтеп ирешкән икән. Уҙған йылдың декабрь айында малай 1 минут та 25 секунд эсендә өс тупты бер ҡулы менән генә төрлөсә әйләндереп-йөрөтөп, рекорд ҡуйған. Ә күптән түгел үҙ йәш төркөмөндәгеләр менән ярышып, тағы ла яңы рекорд яһаған: бер юлы биш "булава"ны 1 минут та 25 секунд эсендә ҡулына килеп төшкән һайын йәшен тиҙлегендә юғарыға сөйөп өлгөргән. Был ҡаҙанышы ла Рәсәйҙең Рекордтар китабында инде.
Был оҫталыҡҡа малай биш йәшенән үк өйрәнә. Тыуған ҡалаһының циркында ла сығыш яһай, шулай уҡ төрлө конкурстар һәм шоуҙарҙа ла ихлас ҡатнаша.
Фото: stopudof.ru
Читайте нас: