-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Февраль 2021, 18:45

Мәктәптәрҙә “швед өҫтәле” булырмы?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв төбәк мәктәптәренә яңы туҡланыу системаһын индерергә тәҡдим итә, шул иҫәптән "швед өҫтәле" вариантын да.

Фекер алышыу өсөн Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәрен, мәктәп һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләрен саҡырыу күҙаллана.
Уның һүҙҙәре буйынса, үҙгәрештәр һорау алыу үткәрелгәндән һуң кәрәк булды. Ата-әсәләрҙең 70 процентҡа яҡыны белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙы туҡландырыу менән ҡәнәғәт түгел. Уларҙың бындай мөнәсәбәтен төрлөсә нигеҙләргә була – балаларҙың фастфуд менән мауығыуынан башлап, туҡланыуҙы насар ойоштороуға тиклем. Һығымта: бала мәктәптә ашамай һәм ризыҡ ташланыла. Өҫтәүенә, яңы Санитар ҡағиҙәләрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк – бер ерҙә лә ҡайнар ашты мәктәп буфетындағы аҙыҡ-түлек менән алмаштырып булмай.
– Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптарына ярашлы, республиканың мәктәп туҡланыу системаһы өсөн тәҡдимдәр кәрәк, – тине парламент спикеры.
Фото: omr.gov.ua
Читайте нас: