+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Февраль 2021, 14:20

Харизманы нисек үҫтерергә?

Ундайҙарға тартылалар, ундайҙарҙы яраталар, уларҙан үрнәк алалар. Әммә улар кеүек үтә һәләтле булыу еңел түгел. Нисек итеп харизманы үҫтерергә? Бер нисә кәңәшкә күҙ һалып китегеҙ әле, бәлки, кәрәге сығыр.

* Аралашыусан булығыҙ. Мөмкин тиклем йышыраҡ урамға сығығыҙ, яңы таныштар менән бәйләнеш булдырырға тырышығыҙ.
* Берәй ҡарар ҡабул иткәндә уның башҡа кешеләргә ни тиклем файҙалы булыуын йәки ниндәй йоғонто яһауын да иҫкә алығыҙ.
* Үҙегеҙҙе яратығыҙ. Үҙеңде яратмаһаң, уникаллегеңде аңламаһаң, уны башҡалар ҙа күрмәйәсәк. Әммә үҙеңде яратыу менән эгоизм – икеһе ике нәмә. Уларҙы бутамағыҙ.
* Әүҙем булығыҙ. Яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ. Сөнки ни менән дә булһа ҡыҙыҡһынған кеше башҡаларҙы һоҡландыра, илһамландыра, уларға энергия бирә.
* Шат күңелле булығыҙ. Тормош тик проблемаларҙан ғына торған кеүек тойолһа ла, аҙағы гел яҡшы буласағына ышанығыҙ. Ауырлыҡтан һуң еңеллек килә. Минустарҙан да плюс эҙләргә кәрәк.
* Башҡаларҙы ишетергә һәм аңларға өйрәнегеҙ. Ысын харизма кешенең йөрәгенән сыға. Үҙеңә ышан, үҙеңдең көсөңә ышан.
Фото: the-onlu.ru
Читайте нас: