Беҙ, интернатта йәшәүсе VII«А», VII«В» синыфтарының ҡыҙҙары, малайҙары, ҡарҙан төрлө һындар яһаныҡ, уларҙы төрлө төҫтәргә буяныҡ. Терпе, гөбөргәйел, Ҡыш бабайыбыҙ бөтә уҡыусыларға, ашнаҡсыларыбыҙға ла оҡшаны. Беҙ үҙебеҙ ҙә уларға ҡарап һоҡландыҡ, эргәләрендә уйнап та алдыҡ. Саф һауала күңелдәребеҙ ҙә күтәрелде. Дәрестәрҙән һуң кәрәҙле телефондарҙа, ноутбуктарҙа ултырғансы, әлбиттә, саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнау күпкә ҡыҙыҡлыраҡ.