Тик кәйефтәре бик тиҙ үҙгәреүсән, бер ҙә юҡҡа үпкәләп, оҙаҡ ваҡыт асыуланып йөрөргә мөмкиндәр. Ҡайһы ваҡыт уларҙы йылмайтыу өсөн дә көс һалырға кәрәк икән. Ә үҙҙәре етеҙ, хәрәкәтсәндәр бит әле, әммә йыш ауырып барыусандар. Бигерәк тә аллергия, тын алыу системаһы сирҙәре борсорға мөмкин. Күп уҡып һәм күпте белергә теләп, сәйәхәт итергә яраталар, музыкаға һәләтлеләр. Тағы ла бер яҡтары – үҙаллы эшләргә яраталар, ә команда менән түгел. Был айҙа тыуған балаларҙан юрист, археолог, уҡытыусы, шофёр, шәп спортсылар сығасаҡ.