+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2021, 23:15

Ял да итәбеҙ, башты ла эшләтәбеҙ

Ҡайһы ҡала сәскә атырға әҙерләнә? (Бөрө)Ниндәй ике нота баҡсала үҫә? (фасоль)

  1. Ҡайһы һүҙҙе уңдан уҡыһаң да, һулдан уҡыһаң да бер төрлө уҡыла? (ҡабаҡ, ҡаҙаҡ, ҡалаҡ)
  2. Бер һүҙҙә 100 "ә" буламы? (йөҙә)
  3. Көн менән төн нимә менән тамамлана? (н)
  4. Бер ауазлы ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ? (и, у)
  5. "Һ" менән түктерәм мин күҙ йәшен, "т" менән булам һинең туғаның. (һуған, туған)
    1. "У" хәрефе менән мин һан булам, "о" хәрефе менән исемгә әйләнәм. (ун, он)
      1. "Ҡ" менән – йәшелсә, "т" менән – һауыт-һаба, "с" менән – балыҡ, "һ" менән үҫемлектең бер өлөшө. (ҡабаҡ, табаҡ, сабаҡ, һабаҡ) Фото: learning.ru
      2. Читайте нас: