+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 13:15

Үҙенсәлекле ҡотлау

Башҡортостандың Иглин районы Оло Теләк ауылы эргәһендәге аҡланда урындағы фермерҙар ҡарға "8 Март" тигән үҙенсәлекле ҡотлау яҙған.

Ғәҙәти булмаған открытканы йылҡысы Һиҙиәтуллиндар әҙерләгән. Байрам флешмобында меңгә яҡын ат ҡатнаша. Команда буйынса хайуандар алдан әҙерләнгән траншеяларға йүгерә. Яҙыуҙың бейеклеге – 100 метрға яҡын. Фермер хужалығы етәксеһе Хәсән Һиҙиәтуллин әйтеүенсә, бындай сараларҙа уның аттары беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Шундай уҡ байрам ҡотлауы Ватанды һаҡлаусылар көнөндә лә әҙерләнгән булған.
Читайте нас: