+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
15 Марта 2021, 07:10

Яҙ ҡасан башлана инде

Ур-раа, яҙҙың йылы көндәре 19 марттан башланмаҡсы! Шундай хәбәр еткерәләр.

Өс көн дауамында һауа температураһы нулгә яҡын буласаҡ, ә унан һуң әкренләп йылыта башлай. 23 һәм 24 мартта +1 градус буласаҡ, ә 26-һынан инде +3 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта төндәрен әле һаман һыуытасаҡ.
Тик марттың икенсе декадаһында көслө ел көтөлә – ул секундына 18 метрға ҡәҙәр етеп, ара-тирә ҡар ҡатыш яуым-төшөм дә күҙәтелә.
Ә шулай ҙа кәйефтәрҙе төшөрмәйек әле, яҙ яҙлығын итер инде. Шул еле, йылыһы, һыуығы, ямғыры менән бергә әкренләп кенә беҙгә яҡынлаша бит. Ә ныҡлап йылы көндәр апрель айында ғына башланасаҡ.Түҙәйек инде.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас