+20 °С
Болотло
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
16 Март 2021, 09:45

16 март – Төҫлө ҡәләмдәр көнө

Бала саҡтан ҡулына ҡәләм тотмаған, әҙер һүрәттәрҙе буяп, үҙенең “шедевр”ҙарын тыуҙырмаған кеше юҡтыр ҙа ул арабыҙҙа.

Тап шундайҙар өсөн булдырылған да инде Төҫлө ҡәләм көнө. Ҡәләм – моңһоу һүрәттәрҙе йәнләндереүсе, үҙенең сағыу төҫтәре менән сәскәләргә йәм биреүсе тылсымлы ҡорал ул. Был байрамда кемдәрҙе ҡотларға һуң? Әлбиттә, рәссамдарҙы, рәсем дәресе уҡытыусыларын. Ә нимә бүләк итергә? Төҫлө ҡәләм инде. Ғаиләлә бергәләп ижад көнө ойоштороп ебәрегеҙ, һүрәттәр конкурсында ҡатнашырға ла була. Әсәйҙәргә лә альбом сығарып, үҙ көсөн һынап ҡарарға шәп мөмкинселек. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп ижад донъяһына сума алаһығыҙ. Сөнки бөгөн бының өсөн бик яҡшы сәбәп бар.

Фото: algidokants.ru
Читайте нас