+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
22 Марта 2021, 11:15

Ни өсөн юл ситенә ағас ултырталар?

Юл эшләүселәр быны бик яҡыш белә. Ағастарҙы юл ситендәге баҫыуҙағы игендәргә күләгә яһау өсөн ултыртмайҙар.

Ҡышҡыһын юлдарға ҡар һалмаһын өсөн кәрәк. Йәғни ағастар ҡарҙы машина юлына сығармай, тотҡарлай. Һөҙөмтәлә, юлда һәләкәттәр ҙә кәмей. Быларҙың барыһы өсөн дә яуап биргән ойошмаларҙа ошо эштәрҙе башҡарыусы махсус кешеләр була. Ағас насар үҫкән урындарға улар ҡыуаҡлыҡтар ултырта.
Тағы ла ни өсөн кәрәкме? Ағастар булғас, ҡояш машина йөрөтөүселәрҙең күҙҙәренә ныҡ яҡтыртмай. Шулай уҡ машина йөрөтөүселәрҙең иғтибарын баҫыуҙағы трактор, комбайн кеүек техникалар ҙә йәлеп итмәй. Ә ҡалалағы ағасты матурлыҡ һәм машиналарҙан сыҡҡан төтөн, зарарлы матдәләрҙе саҡ ҡына булһа ла кәметер өсөн ултырталар.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас