Альпинистарҙа бит “Ете тау түбәһе” тигән төшөнсә йәшәй: ул да булһа ете ҡитғала урынлашҡан ете бейеклекте яулау хыялы. Бармы икән ундайҙар? Тәүгеләрҙән булып кемдәр яулаған ул үрҙәрҙе?
*Пунчак-Джая түбәһе Индонезияла, Яңы Гвинея утрауында урынлашҡан. Бейеклеге – 4884 метр. Пунчак-Джая “еңеү пигы” тигәнде аңлата. Беренсе булып өс Австралия кешеһе яулай, 1962 йыл.
*Винсон массивы Антарктидала, Элсуорт тауында урынлашҡан. Бейеклеге – 4892 метр, оҙонлоғо – 21 километр, киңлеге – 13 километр. Тәүгеләр унда 1966 йылда менәләр.
*Килиманджаро – Африканың (Танзания) иң бейек тауы. 1889 йылдың октябрь айында яулана. 2008 йылдың ғинуарында был тауға иң йәш альпинист – ете йәшлек Китс Бойд менә.
* Мак-Кинли тауының урынлашыу урыны Төньяҡ Америкала, Аляскала. Бейеклеге – 6194 метр. Атамаһы АҠШ президенты Уильям Мак-Кинли хөрмәтенә бирелгән. Әлеге бейеклеккә 1913 йылдың июнендә Америка альпинистары менә.
* Аконкагуа Аргентинала, Көньяҡ Америкала урынлашҡан. Бейеклеге 6959 метр булған был тау донъяның бейек тауҙарынан һанала. 1897 йылда яулана.
* Ә донъяның иң бейек тауы – Гималайҙа, 8848 метрлыҡ Эверест ул. Уны Джомолунгма тип тә йөрөтәләр. Беренселәр булып Яңы Зеландия кешеһе Эдмунд Хилари һәм Непалдан Тенинг Норгей менә. Тағы ла бер Аппа исемле Непал альпинисы Эвересҡа 21 тапҡыр үрмәләй.