+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
26 Марта 2021, 06:23

Йылдан-йыл яңы исемдәр аса

Баш ҡалабыҙҙа уҙған «Шаяниум» күптәрҙең көтөп алған уйынына әйләнде.


Иң беренселәрҙән булып сәхнәгә «Етегән +1» командаһы сыҡты. Улар сығыштарында илебеҙҙәге көнүҙәк мәсьәләләр – бөтә донъяны хафаға һалған коронавирус ауырыуы, дистанцион уҡытыуға ҡағылмайынса ҡалманы.

«Һеҙ еҫ һиҙмәйһегеҙме, аштың тәмен юғалттығыҙмы, башығыҙ бер туҡтауһыҙ ауыртамы? Тын алыуы ҡыйынмы?» – тигәс, зал­дағы күптәр коронавирусты күҙ алдына килтергәндер. Юҡ икән шул. «Ҡотлайбыҙ. БДИ! Коронабро түгел», – тип дәүләт һынауына шулай төрттөрөп тә алды «Ҡырғаяҡтар».

«Кендектәр» мәҡәлдәрҙе үҙгәртеп, заманаға яраҡлаштыр­ған. Мәҫәлән, «100 һум аҡсаң булғансы, 2 мең лайыҡ булһын», «Күҙ ҡурҡа, аяҡ тибә», «Ил төкөр­һә, пенсия арта», «Кем эшлә­мәй, шул эшләмәй»... Өйҙә уҡыу­ға бәйле мәрәкәләре лә бик ҡыҙыҡлы ине.

– Өләсәй, өләсәй, асыҡтым, ҡасан ашайбыҙ?

– Улым, һиндә дистанцион уҡыу булғас, бөгөндән башлап – дистанцион ашау. Бына һүрәттәге аҙыҡҡа ҡарап ҡына ултыр, – тип көлдөрҙө улар.

«Ша-шу-ша» командаһы өсөн «Шаяниум» ниндәй уйын икәнен уларҙың сығыштарынан белдек.

– «Шаяниум» минең өсөн – грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр.

– Ә минең өсөн – яңы фанаттар.

– Ул – башҡортса һөйләшеү.

– «Шаяниум» минең өсөн – матур ҡыҙҙар менән танышыу, – тип шаярттылар.

«Дистанцион уҡыу бөттө, ә ғә­ҙәттәр ҡалған», – ти «Тағы ла 2» командаһыныҡылар. Мәктәпкә бер уҡыусы, өйҙәге кеүек, ҡыҫҡа салбар кейеп килгән ине.

«Затонград»тар, беҙҙә «Тул­ҡын» паркы, ташҡынға әҙерләнеү өсөн йылға училищеһы бар, тип маҡтанып алып, һәр бер уйынсыһы менән ҡыҙыҡлы итеп таныштырҙы. Ә «XX Централ» командаһы уйынсылары: «Радий Фәрит улы, дәрестәрҙе 35 минутҡа ҡыҫҡартҡанығыҙ өсөн һеҙгә уҡытыусылар оло рәхмәтле», – тип республика Башлығына сәләмдәрен юлланы.

«Беҙ – 25-тәр» командаһының интернет селтәрендәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыуы һиҙелә. Стәрлетамаҡтағы ҡала мэрын өлгө итеп ҡуйып:

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,

Юлды тултыра-тултыра.

Әйҙә, сығайыҡ, сығайыҡ,

Ҡар таҙартайыҡ,

таҙартайыҡ»

– тип йырлап та ишеттерҙеләр.

«Башҡорттар.ру» командаһы уйынсылары Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын бергә ҡушыуға, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ла үҙ ҡарашын белдерҙе.

«Inter-Sport» командаһының көлдөрөүҙәре сәләмәт йәшәү рәүешенә, онлайн-уҡыуға арнал­ғайны:

– Егеттәр, шатлыҡтан илай­һығыҙмы?

– Юҡ, ҡайғынан. Хәҙер онлайн режим булмағас, уҡытыусының тауышы ялҡытһа, нисек инде һүндереп ҡуйырбыҙ. Ә информатика уҡытыусыһының бер сәғәт интернетҡа инә алмағанынан көлөп булмаҫ инде. Ә хеҙмәт уҡытыу­сыһының үҙенең төймәле телефоны менән Zoom-ға сыҡҡаны мәңге хәтерҙә ҡалыр. Ә иң ҡыҙығы – ул телефонды беҙ ағас­тан эшләнек.

Бына еңеүселәрҙе билдәләр мәл етте. Кемдәр иң-иңдәре булыр икән? Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейының «Тағы ла 2», Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының «Ығы-зығы», Рауил Бикбаев исемендәге 102-се баш­ҡорт гимназияһының «Етегән +1», татар телен тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 25-се белем биреү үҙәгенең «Беҙ – 25-тәр» командалары бағымсыларҙың бүләктәренә лайыҡ булып ҡыуанды. «Йыл асышы» номинацияһы 4-се мәктәптең «Затонград» командаһына бирелде. Ә 44-се күп йүнәлешле полилингваль мәктәптең «Ҡыр­ғаяҡтар»ы «Иң берҙәм команда» булып танылды. «Иң шәп ир-егет ролен башҡарыусы» – «Затонград» командаһынан Альберт Ҡотлоев, ә «Иң шәп ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыу­сы» – 5-се республика спорт йүнәлешле интернат-мәктәбенең «Inter-Sport» командаһынан Ғәлиә Ғабдрафиҡова. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының «Рәссамдар», Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейының «Тағы ла 2» – III, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр», республика инженер интернат-лицейының «Башҡорттар.ру» командалары II урынға сыҡты. 48-се башҡорт лицейының «Сәтәкәй» командаһы I урынды алды. Ә Гран-при кемгә эләгер? Бөтәһе лә түҙем­һеҙләнеп көтә. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров был баһаға лайыҡ ко­манданы иғлан итә. Төп приз – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «XX Централ» командаһында! Был еңеү – ошо көндәрҙә 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән белем усағына ҙур бүләк.

Тағы ла бер «Шаяниум» тап­ҡыр­ҙар һәм отҡорҙар уйыны артта ҡалды. Яңынан-яңы исемдәр асылды. Был ярышта милли мәктәптәрҙә генә түгел, урыҫ мәктәбендә уҡыусыларҙың да тырышып башҡортса сығыш яһау­ҙары, призлы урындар яуларға ынтылыуҙары ҡыуаныслы. Тимәк, туған телебеҙгә, үҙебеҙсә шаяртыуға иғтибар күбәйә. Киләсәктә лә әлеге мауыҡтырғыс уйын офоҡтары киңәйергә яҙһын.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас