+17 °С
Дождь
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
14 Апреля 2021, 06:17

Пластмасса әйберҙәр мейе өсөн бик зарарлы

Пластмассанан эшләнгән уйынсыҡтар, әйберҙәр кеше мейеһе өсөн бик зарарлы. Германияның Байройт университеты белгестәре фәнни тәжрибә үткәргәндән һуң ошондай һығымтаға килгән.

Немец тикшеренеүселәре иҫкәртеүенсә, пластмасса әйберҙәренең составына ингән пластификаторҙар баш мейеһендәге сигнал тапшырыуҙы боҙа һәм нейрон селтәренә насар тәьҫир итә. Балыҡтарҙа һынау үткәреп, улар үҙҙәренең ғилми фаразын раҫлаған.
Бер ай буйына балыҡтарҙың баш мейеһе бисфенол А һәм бисфенол S пластификаторҙары тәьҫиренә дусар ителгән. Былар икеһе лә киң таралған һәм пластик һауыт-һаба, балалар уйынсыҡтары, пластмассанан эшләнгән башҡа әйберҙәр составына инә. Тәжрибә барышында уларҙың акустик һәм визуаль дәртләндереүҙәргә яуап биреүсе сигналдарҙы тапшырыу барышына тәьҫир итеүе асыҡланған. Был дәртләндереүҙәр йыртҡыстарҙан ҡотолоу һәм хәүеф-хәтәрҙе тойоу өсөн балыҡтарға бик кәрәк. Тәжрибәнән һуң уларҙың ярһыу һәм тотҡарланыу нервы реакциялары боҙолған.
Тикшереүҙе алып барыусы автор Элизабет Ширмер һүҙҙәренсә, балыҡтарҙың йәшәү өсөн мөһим күп функциялары боҙолған, айырыуса мейе күҙәнәктәре эштән сығарылған.
Шулай итеп, ғалимдар, пластмасса әйберҙәре кешеләргә лә насар йоғонто яһай, тип белдерә.
Фото: https://sterlegrad.ru/ сайтынан.
Читайте нас