Быйыл нисек үтер? Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов быйылғы сығарылыш кисәләрен, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптарын үтәп, оффлайн үткәрергә өмөтләнәбеҙ, тип белдергән. Алла бирһә, сығарылыш синыфы уҡыусыларына имтихандарын уңышлы тапшырып, мәктәп менән һаубуллашыу кисәләрен бергәләп үткәрергә яҙһын.