Был хәл 1986 йылдың 26 апрелендә була, ҡурҡыныс авариянан һуң күп йылдар үтһә лә, уның ҡайтауазы әле булһа яңғыраған кеүек. Был фажиғәле көн кешеләргә “атом” тип йөрөтөлгән бик тә ҡеүәтле көс менән һаҡсыл ғына идара итмәһәң, уның ни тиклем емергес һәм ҡурҡыныс һөҙөмтәләргә килтереүе хаҡында иҫкәртте. Ул ваҡыттағы Советтар Союзынан радиация ғәрәсәтенә ҡаршы көрәштә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Фажиғәлә һәләк булған барлыҡ ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп, 1993 йылдан башлап 26 апрель Радиациялы авария һәм һәләкәттәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.